18 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
18 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 261-се көнө (кәбисә йылында 262-се). Йыл аҙағына тиклем 104 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Бейеү көнө.
- Беренсе мөхәббәт көнө.
- Гимнастика көнө.
- Ҡатын-ҡыҙҙар дуҫлығы көнө.
- Иран: Фарсы әҙәбиәте әҙәбиәте һәм шиғриәте көнө.
- Ҡаҙағстан: Әсәләр көнө.
- СССР: Совет гвардияһының тыуған көнө.
- Хорватия: Хәрби-диңгеҙ флоты көнө.
- Чили: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Әзербайжан: Милли музыка көнө.
- Әрмәнстан: Астрономия көнө.
- АҠШ: Хәрби-һауа көстәренең тыуған көнө.
- Молдова: Халыҡты социаль яҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Украина: Рационализаторҙар һәм уйлап табыусылар көнө.
- Фармацевтика хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1793: Вашингтонда Капитолий төҙөлөшө башлана.з
- 1810: Чили бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
тулы исемлек
- 1851: «Нью-Йорк таймс» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1898: Хәҙерге Краснокама районының Яңы Бура ауылында мәктәп асыла.
- 1918: Хәҙерге Одесса милли политехник университеты эш башлай.
- 1934: СССР Милләттәр Лигаһына инә.
- 1943: Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы өлкә гәзит һәм журналдары нәшриәтен (хәҙер «Башҡортостан» нәшриәте) ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1947: АҠШ-та Үҙәк разведка идаралығы (ЦРУ) ойошторола.
- 1954: Кама ГЭС-ы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1978: Өфөлә Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға һәйкәл асыла.
- 2008: Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнының тексын ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яшин Захарий Михайлович (1885—1965), агроном, ғалим-инженер. 1938—1961 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, ауыл хужалығы машиналары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1950—1958 йылдарҙа ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы. Рәсәй империяһында, шул иҫәптән илдең Үҙәгендә һәм Алыҫ Көнсығышында 1904—2012 йылдарҙағы революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы. Техник фәндәр кандидаты (1935), профессор (1958). Социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1943). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955). Сығышы менән Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенән.
- Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (1935), хеҙмәт ветераны, почта элемтәһе алдынғыһы. 1955—1990 йылдарҙа Өфө почтамты почтальоны, шул иҫәптән 1964 йылдан — бригадир. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1974). СССР-ҙың элемтә мастеры (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Советтар Союзында ошо юғары маҡтаулы исемгә лайыҡ булған өс почтальондың береһе.
тулы исемлек
- Зөбәржәт Йәнбирҙина (1945—9.05.2009), шағир. 1973 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының төрлө предприятие һәм учреждениелары хеҙмәткәре, 1992—1994 йылдарҙа һәм 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты; 1996—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының «Шишмә» Күмертау яҙыусылар ойошмаһы яуаплы секретары. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Хәким Ғиләжев исемендәге премияның ике тапҡыр лауреаты (2001, 2006).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғирфанов Камил Вәли улы (1926), юғары мәктәп ветераны; уҡытыусы, журналист, ғалим-педагог. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент; Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры (2006). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
- Миңлебаев Руфил Ғафар улы (1931—20.06.2013), ғалим-ботаник, эколог, йәмәғәтсе. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2006 йылға тиклем ботаника кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1970—1975 һәм 1980—1991 йылдарҙа биология факультеты деканы. 1970—2013 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй ботаника йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), биология фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1981), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999).
тулы исемлек
- Горюшин Виктор Сергеевич (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө индустриаль-педагогия техникумы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996) һәм почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Тимеркәйев Тимерғәли Мәғҙән улы (1946), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Шаран районы «Шаран» совхозы директоры, 1986 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе, 1998—2018 йылдарҙа «Шаранагрогаз» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2005) ордендары кавалеры, Шаран районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Йомаҙыбаш ауылынан.
- Князева Ольга Александровна (1956), ғалим-биохимик. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Биохимия һәм генетика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2005 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2008), профессор (2010). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Кокин Валерий Иванович (1956—15.01.2012), хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. 2006—2012 йылдарҙа Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе, полиция генерал-лейтенанты. Философия фәндәре кандидаты (2009). Наркоконтроль органдарының почётлы хеҙмәткәре.
- Нурисламов Борис Шәрифғәли улы (1956), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1998 йылдан Яңауыл район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2007 йылдан Борай район хакимиәте башлығы, 2019 йылдан «Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ҡолай ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атанов Михаил Александрович (1912—20.01.1978), моторҙар эшләүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1972 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1948 йылдан — цех начальнигы, 1950—1954 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Ростов өлкәһе Красный Сулин ҡалаһынан.
- Куваев Сергей Иванович (1912—26.02.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, контр-адмирал. Ҡыҙыл Байраҡ (1952), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Рождественское ауылынан.
тулы исемлек
- Исмәғилева Мәнәүәрә Ғәбделсабир ҡыҙы (1927—17.11.1991), малсы. Хәйбулла районы «Матрай» совхозының элекке һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1973), «Почёт Билдәһе» (1980) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ысмаҡ ауылынан.
- Әбүбәкерова Алмабикә Әхмәтсафа ҡыҙы (1932), малсы. 1949 йылдан Хәйбулла районы Фрунзе исемендәге, 1964—1987 йылдарҙа «Красный доброволец» колхозы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.
- Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы (1957), комсомол, партия органдары һәм элемтә өлкәһе хеҙмәткәре. 1982 йылдан ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, икенсе секретары; 1986 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, бүлек мөдире; 1991 йылдан Иҫке Собханғол район элемтә бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Собханғол ауылынан.
- Мәжитов Ринат Марсель улы (1967), бейеүсе. 1988—1990 һәм 1995—2012 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1992—1995 йылдарҙа «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Костарев Антон Дмитриевич (1928—15.08.1985), механизатор. 1958—1975 йылдарҙа Бөрө районы «Урал» колхозы тракторсыһы, бригадиры һәм механизацияланған отряд етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы Кесе Нәкәрәк ауылынан.
- Сахно Зинаида Андреевна (1938—7.02.2008), театр рәссамы, педагог. 1960 йылдан Октябрьский ҡалаһының 1-се музыка мәктәбе, артабан Башҡорт АССР-ы Хор йәмғиәте уҡытыусыһы; 1968 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры рәссамы, бер үк ваҡытта 1978—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы; 1980—1995 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе мәҙәниәт һарайы рәссамы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Николаевка ауылынан.
тулы исемлек
- Зарипов Баян Ғәйнеғелим улы (1943—2011), мелиоратор. 1993—2006 йылдарҙа «Башводмелиорация» берекмәһенең Борай районы үҙәге Борай ауылындағы 6-сы ПМК-һы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо райондың Шүнәк ауылынан.
- Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы (1948), физик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө (2003—2008) һәм 4-се (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (2002), Чечен Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (2008), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2003).
- Шакирова Рида Баян ҡыҙы (1958), педагог. 1982—2012 йылдарҙа Дүртөйлө районы Өсбүлә урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Байыш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Третьякова Ольга Николаевна (1909—19.09.1975), ғалим-ветеринария табибы. 1948—1963 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1968), профессор (1968). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһынан.
- Баскаков Анатолий Михайлович (1939—16.10.2010), ғалим-педагог, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1986–1994 йылдарҙа хәҙерге Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Почёт ордены кавалеры (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Крепостной Йылайыр ауылынан.
тулы исемлек
- Плечев Владимир Вячеславович (1949), ғалим-хирург. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта БДМУ клиникаһының хирургия хеҙмәте етәксеһе. Афған һуғышы һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2013) һәм А. Н. Бакулев исемендәге премия (2004) лауреаты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1709: Сэмюэл Джонсон, Англия тәнҡитсеһе, шағир.
- 1819: Жан Бернар Леон Фуко, Франция физигы.
тулы исемлек
- 1925: Ғариф Ахунов, Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы.
- 1783: Леонард Эйлер, Германия математигы.
- 1911: Пётр Аркадьевич Столыпин, Рәсәй империяһы сәйәсмәне.
тулы исемлек
- 1964: Шон «Джон» О’Кейси, Ирландия драматургы.
- 2002: Рәфил Нәбиуллин, СССР һәм Рәсәй театр актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).